Главная/ Новости/ Рашит Ахтари

Рашит Ахтари

14декабрь- Башҡорт теле көнө алдынан.

Әл дә башҡорт булып
тыуғанмын, тим…
Ғорурланам! Кәм яҡтарым
йөҙләп булһа ла,
Шиғриәтем-сағыу
мен йондоҙло
Ин зәнгәр бер көмбәҙ
донъяла.
Көйөнмәгеҙ: көн дә минә
ярҙамсы,
Төндәрен дә туҡтап тормай
яҙамын.
Ут Уралға, ут халҡыма
бағамсы,
Күнелемдә хазиналар
ҡаҙамсы,
Милләтемә яны йырҙар
яҙамсы.
Рәшит Әхтәри.

Үҙ ҡәләменен ныҡлы хужаһы булған, замандаштарынын уйын, күнелен белеп торған, үҙ ерен яратҡан, шунда йәшәп, йәм табып дан йырлаған
шағир-сәсән Рәшит Минһаж улы Әхтәров 1931 йылдын 6 ғинуарында Башҡортостандын Мәсетле районы Ишәле ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы, Рәшит Әхтәровҡа 10 йәш тулғас, фронтҡа алына һәм 1942 йылда Сталинград трактор заводын обороналағанда һәләк була.
Шағирҙын бала сағы юҡсыллыҡта үтә. Шулай ҙа ул Ишәле башланғыс һәм Теләш ете йыллыҡ мәктәптәрен тамамлағас, тырышып Ләмәҙтамаҡ ун йыллыҡ мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Урта белем алғас Әбдрәхим, Теләш мәктәптәрендә уҡыта. Армиянан ҡайтҡас Башҡорт дәүләт университетында унышлы уҡый, шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Ауыл хужалығы институтынын зооветеринария факультетын да тамамлай, инглиз телен үҙ аллы өйрәнә. Университетта уҡыу йылдарында уҡ «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында редактор урынбаҫары һәм яуаплы сәркәтип, “Пионер” журналында, уҡыуҙы тамамлағас “Совет Башҡортостаны”гәзитендә эшләй. Һунынан тыуған яҡтарына ҡайтып Тайыш, Билән,Теләш мәктәптәрендә тарих, инглиз телдәрен уҡыта. Уҡыған йылдарында ла, эшләгән сағында ла үҙенен яратҡан ижади эшмәкәрлеген – шиғырҙар яҙыуын туҡтатмай, шул уҡ ваҡытта балалар өсөн әкиәттәр ҙә яҙа.
Рәшит Әхтәри бәләкәйҙән үк оләсәһе Биби әбейҙен әкиәт-бәйеттәрен тынлап күнеленә һендереп ҡала. Ул «Аҡбуҙат», «Урал батыр» эпостарын яттан белә, атаһы Минһаждан һәм олатаһы Әхтәрҙән “Уҙаҡ менән Туҙаҡ-Балабәшнәк ярсығы» эпосын ишетеп донъя аренаһына сығарыу өсөн күп көс һала. Был эпос һәм шағирҙын күп кенә әкиәттәре «Башҡорт халыҡ ижады»нын 1-се һәм 4-се томында урын алған. Халҡыбыҙҙын ауыҙ тел ижады ынйыларын йыйыусы Рәшит Әхтәри башҡорт, татар телдәренен бөтә диалекттарын, ошо халыҡтарҙын тарихын ныҡлап белә ине. Шағир халҡы өсөн, милләте өсөн янып йәшәне, илен, телен ҡурсалаусы булып килеп баҫа ул күҙ алдына. Телебеҙ тураһында ул «Йыр теле», «Халыҡ ижады теле», «Ҡанат етлектергәндә», «Тарих төбө-телемдә» һәм башҡа шиғырҙарын яҙҙы. Ул бик күп гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһаны, йыйындарҙа, әйтештәрҙә, сәсәндәр ярышында ал бирмәне.
Рәшит Минһаж улы шағир булараҡ, үҙенсәлекле һәләткә эйә ине, унын шиғырҙары башҡаларҙыҡынан айырылып торҙо. Унын, шиғриәттә, үҙенсә әйткәнсә, “үҙ теле”, үҙ моно бар ине.
Шағир 1996 йылдын 26 мартында яҡты донъянан китте. Егерме йыл дарыу менән генә йәшәүенә ҡарамаҫтан, донъяға ул һәр саҡ өмөт менән ҡараны, йәшәргә ынтылды, яҡташтары араһында кин танылыу тапты. 2001 йылда Рәшит Әхтәри исемендәге район премияһы булдырылды. Был премияға фольклор өлкәһендә эшләгән, үҙ яғын, үҙ ерен данлаған яҙыусылар, шағирҙар лайыҡ була.